#Әдәбимарафон #Әдәбимарафон2025  4 нче көн. Зифа ҠАДИРОВА ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН  Повесть

#Әдәбимарафон #Әдәбимарафон2025 4 нче көн. Зифа ҠАДИРОВА ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН Повесть

4 нче көн. Зифа ҠАДИРОВА ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН Повесть Төҙөлөш – ауыр эш шул ул, кешене ҡырыҫландыра ла, уҫаллаштыра ла. Асия ла хәҙер илаҡ, ҡанаты ҡайырылған меҫкен ҡатын түгел. Үҙ-үҙен генә яҡларлыҡ, талашып, тик торғанда кешегә ташлана торған ғәҙәте булмаһа ла, бер күтәрелеп ҡарау ҙа етә. Иртән автобусҡа ултырғанда Саматты тағы теге ҡыҙ менән күреп ҡалды. Кәйефе китте. “Әлегә үҙе лә аңламай: ниңә, нимә борсой? Белә бит, әйтте бит – йөрөгән ҡыҙы бар, ә, бәлки, ҡатынылыр ҙа, ул сағында ниңә миңә бәйләнә, ниңә бала менән уйнай? Ярай, ух-х, бына хәҙер яҡын килеп кенә ҡараһын...” Асия эштән, тағы магазинда ла йөрөп, киске һигеҙҙәрҙә генә ҡайтты. Лифттан сығыуға, тәҙрә яңағына һөйәлеп баҫҡан Саматты күреп алды, һәм, тағы ҡайҙалыр ҡасырға теләп, тиҙ генә лифт төймәһенә баҫты, тик Самат аяғын тығып өлгөргән ине. Асия йән асыуы менән: – Яҡын килмә, сырайыңды умырам, ҡатының янына ҡайт! – тип ҡысҡырҙы, тик Саматтан былай ғына ҡотолоп булһа икән...

Тэглар:

193

0